ҠАРАҒАЛПАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡарағалпаҡтарҙың милли теле. Ҡарағалпаҡстанда, Үзбәкстандың Хәрәзм һәм Фирғәнә өлк., Төркмәнстандың Ташауыҙ өлк., Ҡаҙағстандың ҡайһы бер райондарында, РФ‑тың Әстерхан өлк., Афғанстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны 420 меңдән ашыу кеше (1989). БР‑ҙа 53 кеше Ҡ.т. белә (2010). Ҡаҙаҡ теленә һәм нуғай теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре (ҡара: Ҡыпсаҡтар) теленә барып тоташа. Төньяҡ‑көнсығыш (төньяҡ) һәм көньяҡ‑көнбайыш (көньяҡ) һөйләштәре айырыла. Әҙәби Ҡ.т. 19 б. 2‑се ярт. төньяҡ-көнсығыш һөйләше нигеҙендә формалаша.

Ҡ.т. фонетикаһында дөйөм төрки телендәге [ч] һәм [ш] фонемаларына тура килгән [ш] һәм [с] өндәре ҡулланылыу айырым үҙенсәлек булып тора, сағ.: ҡарағалпаҡса “кашан” ка[ш]ан — ҡырғыҙса “качан” ка[ч] ан, “бас” ба[с] — башҡортса “баш” ба[ш] һ.б. Исем ҡылым нигеҙ ҡылымға ‑ыу/‑иу, ‑ыс/‑ис, ‑мак/‑мек аффикстары ҡушылыу юлы м‑н яһала, сағ. ҡарағалпаҡса “алыу” — башҡортса “алыу”, “билис” — “белеү”, “көрмек” — “күреү” һ.б. Ҡылымдың хәҙ. заман формаһы ‑ып/‑ип/‑п ялғауҙарына бөткән хәл ҡылым м‑н “жат-” ярҙамсы ҡылымының ҡушылыуынан яһала, сағ.: ҡарағалпаҡса“келип жатырман” — башҡортса “килә ятам”. Ҡ.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр айырым ҡатламды тәшкил итә; иртә үҙләштерелгән һүҙҙәргә иран телдәренән, ҡытай теленән һәм санскриттан, һуң үҙләштерелгәндәргә урыҫ теленән ингән һүҙҙәр ҡарай. Синтаксиста эйәлек һәм эйәһеҙлек һүҙбәйләнештәрен билдәләйҙәр. 1928 й. тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан латиница, 1940 й. алып кириллица, 1996 й. — яңынан латиницала башҡарыла.

Әҙәб.: Баскаков Н.А. Каракалпакский язык: в 2 т. М., 1951 — 1952. Насыров Д.С. Становление каракалпакского общенародного разговорного языка и его диалектная система. Нукус; Казань, 1976.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке