“ҠАРАҒАЙ‑ҠЫПСАҠ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә. Р.Ғ.Кузеевтың билдәләүе б‑са, шәжәрәнең ҡыпсаҡ һәм бөрйән ҡәбиләләренең үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен сағылдырған баш өлөшө 14—15 бб. төҙөлгән, ә көньяҡ‑көнсығыш башҡ. ҡәбиләләренең Рус дәүләте составына ҡушылыуы (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) һәм артабанғы йылдар ваҡиғалары т‑да хикәйәләгән төп өлөшө 17— 18 бб. тиклем яҙылған. Шәжәрә текстан һәм генеалогик таблицанан тора. Хикәйәләү ҡыпсаҡтарҙың легендар ырыу башлығы Лоҡман‑Хәкимдән башлана һәм уның бер нисә быуынынан һуң ҡарағай‑ҡыпсаҡтарҙың юлбашсыһы Бабсаҡ бейгә күсә. Артабанғы хәл‑ваҡиғалар, нигеҙҙә, “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы сюжетына тап килә, ш. уҡ ваҡытта унда эпоста булмаған ҡайһы бер ваҡиғалар һәм факттар ҙа осрай. Мәҫ., Ҡарағөлөмбәт ҡарымтанан ҡурҡып үлтергән Бабсаҡ бейҙең улы Шыҡманай телгә алына. Шәжәрәләге ваҡиғалар тормошсан итеп бирелгән. Шәжәрәнең тексына ярашлы, ҡыпсаҡтар м‑н бөрйәндәр көрәшенең сәбәбе — ике ырыу башлыҡтарының сәйәси власть өсөн талашыуы. Фотокопия 1959 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Монасип а. М.М.Сәғитов тарафынан эшләнгән. Шәжәрә “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығында баҫылған.

Әҙәб.: Башкирские родословные. Уфа, 2002. Вып. 1.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.