АЛЬПИНИЗМ, спорт төрө, юлһыҙ тау түбәләренә менеү. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. 1961 й. “Буревестник”, “Зенит”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә А.И.Аҡтуғанов, Н.А.Накеева, В.П.Поспелов етәкс. тәүге секциялар асыла. 1993 й. “Ирәмәл” альпинистар клубы (Өфө) ойошторола. 1964 й. А. б‑са “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы беренселеге үткәрелә, унда Т.Н.Грызун һәм Ф.Х.Хөсәйенов еңеүсе була. 1972 й. алып йыл һайын И.А.Горбачёв иҫтәлегенә респ. турниры уҙғарыла. 1991 й. Алтайҙа (Төньяҡ Чуй һырты) Башҡортостанда А. 30 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. 2003 й. Белорет р‑нында респ. ярыштары үтә, унда 39 йәш альпинист Оло Ирәмәл түбәһенә (1582) күтәрелә. Респ. А. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — команда зачётында СССР чемпионатының көмөш призёры (1976) В.С.Гусев. 1972 й. респ. альпинистарының тәүге Памир экспедицияһы (Горбачёв, А.П.Киреев, В.И.Поройков, И.В.Чернобельский) Коммунизм сусағына (бейеклеге 7495 м) күтәрелә. 1984 й. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы ағзаларынан (Р.Ғ.Имаев, Поройков, А.Ф.Хафизов, Р.Ш.Хәйруллин) торған “Зенит” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы командаһы тау-таш класында РСФСР чемпионатының көмөш призёры була. 1987 й. һәм 2002 й. Башҡортостан спортсыларының Ленин сусағына (7134), 1989 й. Корженевская (7105), Ленин һәм Коммунизм сусаҡтарына, 1990 й. Еңеү (7439) һәм Хан-Тәңре (6995) сусаҡтарына менеү м‑н бергә Тянь-Шангә экспедициялары үткәрелә, улар ваҡытында В.М.Лобанков СССР‑ҙың иң юғары 5 түбәһенә менә, Ә.Ә.Миңлебаев — 4, О.Р.Ғәзимуллин һәм Имаев — 3. 1994 й. Лобанков һәм Миңлебаев 1‑се Рәсәй Гималай экспедицияһы составында донъяла тәүгеләрҙән булып Көньяҡ Аннапурна түбәһенә (7219) ҡышҡыһын күтәрелә; 2001 й. Д.С.Антипов, В.П.Кучук, К.С.Мохов, Л.Ф.Мусина Эльбрусҡа (Оло Кавказ, 5642 м) менә. 2010 й. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә Еңеү сусағына халыҡ-ара экспедиция үткәрелә, уның ваҡытында Башҡортостан альпинистары А.К.Вафин һәм Мохов үҙәк түбәгә Еңеү һәм БР флагтарын ҡаҙай. Респ. 11 А.секцияһы бар, уларҙа 200‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 1969 й. алып БР А. федерацияһы эшләй. А. м‑н тренерҙар И.С.Гершов, А.И.Иванюта, В.Г.Колтаков, В.М.Медведев, З.С.Мортазина, З.З.Мырҙаханов, Хафизов, Хәйруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ә.Ә.Миңлебаев, З.С.Мортазина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке