ҠАРАҒАЙКҮЛ, Ворожеич, Ҡарағай, Уй й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы р‑ны Вознесенка а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,8 км2, оҙонлоғо 1 км, киңлеге 0,7 км, уртаса тәрәнлеге 4,5 м. Тектоник күл, девон (базальт, андезибазальт, уларҙың туфтары) һәм аҫҡы карбон (эзбизташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро асимметриялы; төбө ләмле, төньяҡ өлөшөндә — ҡомло, ташлы. Тымыҡ күл. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы; яртылаш ҡороған. Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары һөҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығышы — текә. Көньяҡ‑көнбайыш ярында оҙонлоғо 0,2 км булған утрау бар. Тирә‑яғындағы ландшафы ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм ташлы далаларҙан тора. Яр буйын көньяҡ ҡамышы, тамырсалы суҡҡыяҡ һ.б. ҡыуаҡлыҡтарға әйләнеп барған төрлө үләнле‑ҡыяҡлы болондар биләй. Ебәк ҡаҙ үләне, Крашенинников минуарцияһы, ҡаурый ҡылған, ҡылсыҡлы аҡтамыр, ҡырҡйепсә туманаҡ, төклө ҡылған, энәле ҡәнәфер үҫә. Алтын табан балығы, ҡарабалыҡ; тирә‑яғында өйрәктәр, өлкән сыпҡай һ.б. йәшәй. Көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәре һаҙға әйләнгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке