ҠАРАҒАЙКҮЛ, Н а р а т, С и ҙ ә ш, Благовещен р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 90 км һәм Загородная т. юл ст. 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 175 кеше; 1939 — 234; 1959 — 396; 1989 — 161; 2002 — 130; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Осиповка урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Сиҙәш а. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1914 й. Ҡ. 24 йортта 135 кеше йәшәгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.