ҠАРАҒАЙ (Pinus), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәте тауҙарында таралған. Башҡортостанда ғәҙәти йәки урман Ҡ. үҫә. Яҡтылыҡ яратҡан мәңге йәшел ылыҫлы ағас, 300—400 йәшкә етә. Сатыры йомортҡа рәүешле, йәйенке, ботағы суҡлы, ҡабығы әрселеп тора, олононоң аҫҡы өлөшөндә ҡуңырһыу‑һоро, өҫтә һарғылт‑ҡуйы һары төҫтә, олоно 20—45 м бейеклектә, диам. 1 м тиклем. Ылыҫы парлы, оҙонлоғо 4—7 см, арт яғында йомро, ҡаты, йәшел төҫтә. Ата тубырсыҡтар һары төҫтә, күп һанлы, үҫеүсе оҙонайған үренденең урта һәм аҫҡы өлөшөндә йыйылған. Яҙын, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡтар үренделәрҙең өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәштәре ҡыҙғылт, өлгөргәндәре ҡуңыр‑һоро төҫтә, йомортҡа формаһында, оҙонлоғо 3—7 см, киңлеге 2—3 см, һеркәләнгәндең 2‑се йылына көҙөн өлгөрә. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Тупраҡҡа талымһыҙ, ҡайын һәм ҡарағас, ҡайһы берҙә башҡа ағастар м‑н бергә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тауҙарында, Башҡортостандың Урал аръяғының төньяғында, Өфө яйлаһында, Ағиҙел й. түбәнге ағымында һәм Мәсәғүт урман‑далаһында, һирәкләп Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында үҫә. Төҙөлөштә, яғыулыҡ итеп, дегет, канифоль, скипидар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Составында витаминдар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала файҙаланыла. Паркта һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. Йәшелләндереүҙә Банкс Ҡ., Веймутов Ҡ., Себер Ҡ., йәки Себер кедрын ҡулланырға мөмкин.

Әҙәб.: П у т е н и х и н В.П. Дендрология с основами декоративного садоводства. Ч.I. Уфа, 2006. 

В.П.Путенихин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке