“ҠАРАҒАЙ”, бальнеология шифаханаһы. Мәсетле р‑нында, Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 126 км алыҫлыҡта Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра — 17,6°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 17,2°С). 1969 й. “Сосновый бор” колхоз‑ара ял йорто булараҡ асыла, 1978 й. алып ш. уҡ исем м‑н А.х. һәм әҙерләүҙәр хеҙм‑рҙәре профсоюздары өлкә ком‑тының “Башколхозздравница” берекмәһе шифахана‑ профилакторийы, 2000 й. — “Ҡ.” шифаханаһы, 2002 й. — ДУП. Терәк‑хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, тын алыу, аш һеңдереү, гинекологик ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. 2002 й. башлап — һөнәри ауырыуҙары булған һәм производствола бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында зыян күргән кешеләр өсөн респ. шифахана һәм курорт һауыҡтырыу һәм реабилитация үҙәге. Йыл әйләнәһенә эшләй, 227 урынға иҫәпләнгән (2012). Төп дауалау факторҙары: “Ҡарағай” минераль һыуы (сульфатлы‑гидрокарбонатлы, магний‑кальцийлы, иод һәм фторлы, минераллашыу 1—2 г/л), көл миҡдары юғары булған сульфидһыҙ сапропель ләм, кәзә ҡымыҙы, климат. Бальнеотерапия, ләм м‑н дауалау, физиотерапия, лазер терапияһы, дауалау физкультураһы, фитотерапия, гирудотерапия, психотерапия, энә‑рефлекс терапияһы һ.б. ҡулланыла. “Һаулыҡ йорто — 2007” Бөтә Рәсәй форумында алтын миҙал м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Организация санаторно‑курортного лечения в санатории “Карагай”. Уфа; Карагай, 2004. 

Р.М.Солтанова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.