ҠАРАҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Мәндем й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.Халҡы: 1906 й. — 382 кеше; 1920 — 556; 1939 — 431; 1959 — 286; 1989 — 293; 2002 — 312; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1896 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Имәндәш а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Пенза, Ярославль һ.б. губ. күсеп килеүселәр һәм Богоявленск заводының завод крәҫтиәндәре Богоявленский а. булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. сиркәү (1904 й. төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.