ҠАРАБОЙҘАЙ (Fagopyrum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 16 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған.

Башҡортостанда 2 төрө үҫә: татар Ҡ. һәм сәсеү Ҡ. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йәшел йәки ҡыҙғылт төҫтә, бейеклеге 60— 120 см тиклем. Япрағы өсмөйөш‑йөрәк формаһында. Сәскәһе йәшкелт, аҡһыл, алһыу, һирәгерәк ҡыҙыл төҫтә, ваҡ, тәлгәш йәки ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — сәскә эргәлегенән ныҡ сығып торған өс ҡырлы сәтләүек, авг. өлгөрә. Сәсеү Ҡ. а.х. культуралары сәсеүлектәрендә һәм юл буйҙарында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында осрай; татар Ҡ. — ҡый үләне, сиҙәмдә, а.х. культуралары сәсеүлектәрендә һ.б. ерҙәрҙә үҫә, урман‑дала зонаһында (Йүрүҙән‑Әй тигеҙлеге һәм Дөйөм Һырттың башҡ. өлөшө) таралған.

БР‑ҙа культураға сәсеү Ҡ. индерелгән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—35 г; ҡабыҡлылығы 15—30%. Орлоғонда 12—16% аҡһым, 60—82% крахмал, 2,5—3,0% май, 0,3—0,5% шәкәр, 12—16% күҙәнәклек, ш. уҡ. органик к‑талар (алма, лимон), В1, В2, РР һәм Р витаминдары, бор, тимер, йод, кальций, баҡыр, фосфор, цинк һ.б. бар. Йылы һәм дым яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 70—100 көн. Төп элгәрҙәре — картуф, ҡуҙаҡлы иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө һ.б. Рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 60—90 кг/га, рәт араһы киң булғанда — 45—50 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 4—7 см.

Респ. 20 б. 40‑сы йй. башында сәсеү Ҡ. сәсеү майҙаны 214 мең га етә. Иң юғары уңдырышлылығы — 36,2 ц/га (Стәрлетамаҡ р‑нының “Первомайский” с‑зы, 1997). 2006—2010 йй. сәсеү майҙаны 84,5 мең га, уңдырышлылығы 10,8 ц/га тәшкил итә. Ашарға яраҡлы үҫемлек (ярма, он етештерелә) һәм мал аҙығы үҫемлеге (ҡабығы, кәбәге, һаламы файҙаланыла). Дарыу үҫемлеге, составында рутин (Р витамины) бар, баллы үҫемлек (1 га 60—100 кг бал алына). Ҡ. селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1966 й. алып Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (С.А.Ҡунаҡбаев, А.М.Сабитов). Сәсеү Ҡ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Агидель, Илишевская, Инзерская, Светлана, Чишминская һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ярма культуралары.

Әҙәб.: Ф е с е н к о Н.В. Селекция и семеноводство гречихи. М., 1983; Генофонд и селекция крупяных культур. Гречиха (теоретические основы селекции) /под ред. В.А.Драгавцева. СПб., 2006.

А.М.Сабитов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.