ҠАРАБАШ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 117 км алыҫлыҡта Ишйылға (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 791 кеше; 1920 — 1015; 1939 — 904; 1959— 745; 1989 — 630; 2002 — 680; 2010 — 613 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 й. алып билдәле. 1782 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында мари типтәрҙәре килеп ултырған. 1795 й. 16 йортта 128 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 474 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.