АЛЬПИНАРИЙ, бейек тау үҫемлектәрен үҫтереү өсөн ташлы тау рәүешендә эшләнгән баҡса йәки парктың бер өлөшө. А. тупраҡта һауа алмашыныуы яҡшы булған ҡояшлы битләүҙәргә урынлаштырыла, көнсығышҡа йәки көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелә. А. өсөн материал булып таш, ҡырсынташ, ваҡ таш, ҡом, торф һәм тупраҡ тора. Башҡортостан флораһынан А. эшләү өсөн астра, бесәйтабан, зыягөл, ҡоторма, ҡыҙғылт һуған, ҡыңғырау сәскә, пермь анемонаструмы, тарлана һәм һары умырзая заты төрҙәре ҡулланыла. А. бер нисә эре таш һәм тәпәш ағастар, ҡыуаҡтар йәки бейек үләндәр (бесәй үләне, күк һырға, ҡыртан, һыйырғолаҡ һ.б.) булған ҡырҡылған газон м‑н уратыла; ерлек сифатында ҡара ылыҫлы төрҙәр (аҡ шыршы, туя, шыршы һ.б.) файҙаланыла. А. респ. күп ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә осратырға мөмкин, иң ҙуры Ботаника баҡса-институтында урынлашҡан.

Әҙәб.: Ботанический сад Института биологии Башкирского филиала АН СССР: крат. путеводитель. Уфа, 1987; Башкирский ботанический сад: история, коллекции, научные достижения (к 70‑летию образования). Уфа, 2002.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018