Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KARABAI_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KARABAI_noty.jpg'

“ҠАРАБАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. С.Ғәбәши тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. “Ҡ.” варианттарын Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов һ.б. яҙып ала. Киң билдәле, йәнле, күңелле йыр, ш. уҡ ваҡытта таҡмаҡ функцияһын да үтәй. Уның көйөнә квадрат структура, музыкаль фразаларҙың ҡабатланып тороуы хас. Башҡарыусылар араһында “Йәдкәр” фольклор ансамбле. Р.Н.Сабитов, Әхмәтов тауыш һәм фп. өсөн, Е.Н.Земцов, Рәхимов хор өсөн эшкәрткән. “Ҡ.” темаһына С.Ә.Низаметдинов баян, В.Н.Клепинин фп. өсөн вариациялар яҙған. Шул уҡ исемле халыҡ бейеүе бар.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке