ҠАРАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 944 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 838; 1959 — 627; 1989 — 334; 2002 — 320; 2010 — 239 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡайынлыҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1678 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1696 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 193 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 648 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.