ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 728; 1939 — 747; 1959 — 623; 1989 — 429; 2002 — 448; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып Яҡуп исеме м‑н билдәле. Тәүге төпләнеүсе Яҡуп Үтәшев исеме м‑н аталған. Һуңыраҡ бында керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. Ҡ. 50 йортта 310 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 441 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. мәсет, урыҫ-башҡ. училищеһы, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында ш. уҡ балыҡсылыҡ, ҡымыҙ яһау булған. Ауыл эргәһендә Ҡараяҡуп археологик комплексы, Ҡараяҡуп ҡаласығы бар.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке