“ҠАРА ЮРҒА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) Хәсән Буранғоловтан яҙып алынған. Эпостың ш. уҡ исемле варианттарын К.Мәргән, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Ә.М.Сөләймәнов һ.б. яҙып алған.

“Ҡ.ю.” хайуандар т‑дағы башҡ. хикәйәттәре циклына (“Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуңыр буға”) ҡарай. Әҫәрҙә башҡорттарҙың атты изге хайуан тип ҡабул иткән боронғо инаныуҙары сағыла (ҡара: Ат культы). Һунарсы Әбләй Мәсем байҙың ҡыҙы Маҡтымһылыуға ғашиҡ була, әммә ҡалым түләй алмауы арҡаһында уға өйләнә алмай. Уның аты Ҡара юрға ҡыҙҙы хужаһы өсөн урлай. Әбләй атына арнап йыр (ҡара: “Ҡара юрға”) сығара. 1998 й. Урыҫ драма театрында эпос мотивтары б‑са Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға” спектакле ҡуйыла (реж. М.И.Рабинович, ҡуйыусы рәссамы А.В.Коженкова, комп. С.С.Миролюбов).

Эпостың 10‑дан ашыу варианты Ғилми архивта, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана, улар БР һәм Ырымбур өлк. терр‑яларында яҙып алынған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; К и р е е в А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

 

Текст на русском языке