“ҠАРА ЮРҒА”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йыр тураһында тәүге мәғлүмәттәр И.И.Лепёхин яҙмаларында тупланған. “Ҡ.ю.” легендаһын һәм музыка ҡоралында уйналған вариантын тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г. Рыбаков Орск өйәҙе Темәс а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны) Бирғәле ҡурайсынан һәм Ҡананикольск заводында ҡурайсы И.Лоҡмановтан яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығара. Йырҙы артабан З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З. Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала.

Ҡара юрға” эпосының фрагменты булған йырҙың тексы, һөйгән ҡыҙын урлап алып килгәне өсөн, атҡа мөрәжәғәт итеп маҡтау формаһында ижад ителгән, артабан эпостан айырылып үҙ аллы башҡарыла башлай. Көйө куплет формаһында һәм ҡабатланыусан, аныҡ ритмға ҡоролған. Ҡушымтала терция һәм кварта интервалдарының тулҡын һымаҡ сиратлашыуы юрға тояҡтарының тыҡылдауын имитациялай.

Башҡарыусылар араһында К.А.Вәлиев, Ф.Ф.Гәрәев, Р.А.Гәрәев, А.Ғ.Ғәлимов, А.К.Тимеров, “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмө. Әхмәтов тауыш һәм фп. өсөн, А.Т.Кәримов хор һәм фп. өсөн, К.Й.Рәхимов симфоник оркестр өсөн, Р.В.Сәлмәнов хор (а cappella), фп. өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө “Сыңрау торна”, А.С.Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”) балеттарында, М.М.Вәлиевтең Бейеү сюитаһында, А.А.Алябьевтың “Азия йырҙары” (“Азиатские песни”) вокаль циклында, Й.З.Бикбирҙин тарафынан ҡуйылған ш. уҡ исемле бейеүҙә ҡулланылған. Шул уҡ исемле халыҡ бейеүе бар.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.