ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре б‑са, ауырлығы яҡынса 10 Ҡояш ауырлығына тигеҙ булған йондоҙ диам. 30 км тиклем ҡыҫылғанда Ҡ.у. әүерелә. Ҡ.у. бик ҙур гравитацион тартыу көсөнә эйә, шуға күрә теләһә ниндәй есем, яҡтылыҡ нурланышы унан айырылып китә алмай. Ҡ.у. күҙгә күренмәй, уның барлығы т‑да ситләтелгән билдәләр б‑са ғына белергә мөмкин. Мәҫ., Ҡ.у. һәм гигант йондоҙҙан торған ҡуш йондоҙ системаларында рентген нурҙары таратҡан эҫе газдың бик тиҙ өйөрөлөүсе аккреция дискы булыуына ҡарап билдәләйҙәр. Галактикаларҙың, ш. иҫ. беҙҙең Галактиканың да, үҙәгендә урынлашҡан, тип фараз ителә. 1994 й. “Хаббл” йыһан телескобы ярҙамында М87 галактикаһы үҙәгендә Ҡояш ауырлығынан 2 млрд ашыуыраҡ массалы Ҡ.у. барлығы иҫбатлана. Теоретик һәм күҙәтеүҙәр аша тикшеренеүҙәргә А.Ә.Ғәлиев, Р.Ә.Сөнәев ҙур өлөш индерә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.