ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Milvus migrans), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—60 см, ауырлығы 630—950 г, ҡанатының ҡоласы 160—180 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы көрән. Башы, ҡанатының яурын өлөшө асыҡ төҫтә. Суҡышы ырғаҡ формаһында. Ҡойроғо айырсалы. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһын (диам. 0,4—1,2 м, бейеклеге 0,8 м тиклем) ботаҡтарҙан ағас сатырында төҙөй (6—20 м бейеклектә), төбөнә балсыҡ киҫәктәре, ҡоро тиҙәк, үлән, ҡағыҙ, сепрәк түшәй. Ояһында 1—5 (йышыраҡ 2—3) көрән һәм тут таплы аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 25—26 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Емтек, имеҙеүселәр (ҡомаҡ, сысҡан, ҡыр сысҡаны һ.б.), ҡоштар, балыҡтар, бөжәктәр м‑н туҡлана. Урманда, йылғаның һыубаҫар туғайында, ҙур күл, һыуһаҡлағыс һәм быуа эргәһендә йәшәй. БР‑ҙа урман һәм урманлы дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке