ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ, металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдар (домнала, ҡорос иретеп, прокатлап), торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү б‑са тармағы. Коксохимия сәнәғәте продукттары, ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙам материалдар етештереү өсөн мәғдән булмаған сеймал сығарыуҙы; ҡара металдарҙы икенсел эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукцияһының төп төрҙәре: ҡыҙыу килеш һәм һалҡын килеш йәйелгән прокат, ҡорос торбалар һәм металл эшләнмәләр. Башҡортостанда 17 б. аҙ. үҫешә башлай (ҡара: Тау сәнәғәте), 1700 й. ҡаҙна тәүге тау з‑дын төҙөй (ҡара: Ташлы заводтары). 20 б. башында 23 пр‑тие, ш. иҫ. Белорет заводы, Верхотор заводы, Егәҙе заводы, Инйәр заводы, Тирлән заводы, Үҙән заводы, Әүжән-Петровск заводы, эшләй; суйын (12,8 млн бот), тимер (1,2), ҡорос (4,3) сығарыла. 30‑сы йй. Белорет металлургия, Тирлән табаҡ прокатлау, Белорет ҡорос сым һәм канат з‑дтары үҙгәртеп ҡорола. Ҡ.м. продукцияһын етештереү динамикаһы (млн һум): 1965 й. — 110, 1980 — 281, 2000 — 2749, 2004 — 8662. 2004 й. тармаҡта 67 пр‑тие һәм производство була (ҡара: 1‑се табл.), шулар араһында Белорет металлургия комбинаты, “Башвтормет”. 2009 й. Рәсәйҙә Ҡ.м. продукцияһын етештереү күләменең 42,3%‑ы тармаҡ өлөшөнә тура килә (ҡара: 2‑се табл.). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. Республика ҡорос сым сығарыу б‑са лидер булып тора. Ҡ.м. өсөн белгестәр Авиация техник университетында, Магнитогорск техник университетында, Белорет металлургия колледжында, Учалы тау-металлургия техникумында һ.б. әҙерләнә.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

1‑се табл.

Башҡортостанда ҡара металлургия үҫешенең айырым күрһәткестәре

 

 

1934

1965

1980

2000

2004

Предприятиелар һәм производстволар һаны

2

6

4

25

67

Уртаса йыллыҡ эшселәр һаны

4762

18229

17202

13345

10173

Сәнәғәттә етештереү күләме б‑са тотҡан урыны, %

11,7

3,5

2,8

1,9

2,4

 

2‑се табл.

Башҡортостанда ҡара металлургия продукцияһының төп төрҙәрен етештереү күләме, мең т

 

 

1913

1928

1940

1960

1980

2000

2004

2007

2009

Тимер мәғдәне (тауар)

242

89

128

357

317

74

Суйын

53,2

53,0

58,1

142

173

106

Ҡорос

43,2

110

349

429

204

11

20

13

Ҡара металдар

прокаты

30,2

92,6

121

295

519

318

546

557

543

Һалҡын килеш йәйелгән ҡорос таҫма

3,0

5,9

1,1

4,7

5,6

4,1

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.