ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы, ябай мыйыҡлы. Япрағы сиратлы, айырсалы, киртләсле. Сәскәһе һары, ике енесле: аталары — 5‑әрләп йәки 7‑шәрләп тәлгәшкә йәки ҡалҡансаға йыйылған, инәләре — яңғыҙ, һирәгерәк 2—3‑әр, япраҡ ҡуйынында. Емеше — төрлө формалағы ҡабаҡ. Емештәре 100—400 орлоҡло йәки орлоҡһоҙ (партенокарпик). Шытымдары барлыҡҡа килгәндән һуң 40—50 көндән (теплица сорттары — һуңыраҡ) сәскә ата, һәм 7—10 көндән емеш бирә. Емешенең составы: 98%‑ҡа һыу, 1,1—2,5% шәкәр, 0,5—1,1% аҡһым, С, В1, В2 витаминдары, А провитамины, органик к‑талар, микроэлементтар һ.б. Яҡтылыҡ, дым яратыусы, йылыға һәм тупраҡтың уңдырышлылығына талапсан үҫемлек. Төп элгәрҙәре — баклажан, борос, иртә йәки уртаса иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, иртә өлгөрөүсе картуф, ҡуҙаҡлылар, һуған. Орлоҡ сәсеп йәки үрсетмә ысулы м‑н үҫтерелә. Рәтле сәсеү ысулында орлоҡто сәсеү нормаһы 5—8 кг/га (рәт аралары 70— 90 см, рәттә үҫемлектәр араһы 10— 20 см). 2011 й. респ. сәсеү майҙаны яҡынса 1,5 мең га, асыҡ грунтта уңдырышлылығы яҡынса 150 ц/га, ябыҡта — 20—30 кг/м2 тәшкил итә. Емеше аҙыҡ итеп һәм косметологияла ҡулланыла.

Агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1954— 61 йй. Ауыл хужалығы институтында (Л.И.Мансурова) үткәрелә. Ҡ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са Декан, Маша сорттары, Дружина, Журавлёнок һ.б. гибридтары ҡулланылышҡа индерелгән.

Л.И.Мансурова, И.С.Миңләхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке