ҠЫЯҠЛЫЛАР, б а ж а т һ ы м а ҡ т а р (Gramineae, йәки Poaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. 650 заты, яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үлән, һирәгерәк ағас һымаҡ үҫемлек. Башҡортостанда 39 заттан (айрыҡ, аҡтамыр, бажат, бүтәгә, ҡолонғойроҡ, ҡылған һ.б.) 139 төр үҫә. Бер, ике, күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, ябай йәки тармаҡлы, төҙ йәки йәйелеүсән; төйөндәрҙән һәм төйөн араларынан тора. Күпселек Ҡ. төйөн араларының эсе ҡыуыш (һалам), һирәгерәк кәүшәк паренхималы туҡыма м‑н тултырылған (кукуруз, тары, терпе үлән һ.б.).

Япраҡтары ҡыяҡ, ланцет, еп йәки ҡайыш һымаҡ, асыҡ, һирәк осраҡта ҡушылып үҫкән еңсәле (күстерә, шауғамыш, ынйыҡас һ.б.) һәм ҡыяҡ (епсә һымаҡтарға тиклем) йәки ланцет рәүешле пластинкалы. Еңсәнең пластинкаға күскән урынында ғәҙәттә телсә була. Япрағының урынлашыуы ике рәтле, һирәкләп спираль рәүешендә.

Сәскәләре ваҡ, ике, һирәгерәк бер енесле, сәскә тәңкәләре һәм 1—2 сәскә ярыһы (лодикулалар) м‑н уратып алынған. Һеркәстәре 1‑ҙән алып 6‑ға тиклем (күпселек төрҙәрҙә 3). Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәһе ҡатмарлы сәскәлектәр яһаусы башаҡтарҙа 2 рәт булып урынлашҡан: һеперткеләр, башаҡтар, суҡтар, солтандар йәки баштар. Бажат, ҡолонғойроҡ һ.б. заттарға ҡараған төрҙәргә апомиксис (аталандырылмайынса яралғы барлыҡҡа килеү) хас, ҡайһы берҙәрендә (бажат, һолобаш) вивипария (башаҡтар һуғанбаш булып үҙгәрә) күҙәтелә. Емеше — бөртөксә, хайуандар йәки ел м‑н тарала.

Башҡортостанда Ҡ. башлыса далала һәм болондарҙа үҫә, ш. уҡ урмандарҙа, дымлы урындарҙа һәм бейек тау баштарында осрай. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (арпа, арыш, бойҙай, тары һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (айрауыҡ, бажат, күстерә, тимофеевка, һолобаш һ.б.), декоратив үҫемлектәр (арышбаш, тамырсалы суҡҡыяҡ, тарут, ялбыр ҡылған һ.б.), баллы үҫемлектәр (бармаҡсалы үлән, ҡамыш), сүсле үҫемлектәр (йылан теле, сәрхәт ҡыяғы һ.б.). Ҡайһы бер Ҡ. (еҫле башаҡ, үгеҙут һ.б.) араҡы‑ликёр һәм парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә, айрауыҡ, дөйә ҡылғаны, терпе үләне һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Арыш күстерәһе, ҡара һоло, һырылыусан аҡтамыр, терпе үләненең һәм шыртүләндеңтөрҙәре — ҡый үләндәре. Арыш, бажат, ирғылсыҡ, тимофеевка һәм һолобаштың һеркәһе аллергия ауырыуҙары тыуҙыра.

Үҫемлектәрҙең 15 һирәк төрө (реликттар Ледебур еҙүләне, сөйәлле һоло үләне; эндемиктар Коржинский ҡылғаны, шырт еҙүлән; аҡтамыр, Карелин тауҡыяғы, Лессинг ҡылғаны, мурт арышбаш, сарепта ҡылғаны, ялтыр ослоғылсыҡ һ.б.) — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, улар араһынан 5 төр (дөйә ҡылғаны, Залесский ҡылғаны, төклө ҡылған, һылыу ҡылған, шырт еҙүлән) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке