ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тау һәм металлургия сәнәғәтенең иң ҙур акционер йәмғиәттәренең береһе. 1900 й. С.‑Петербургта Ҡыштым тау округы хужалары (сауҙагәр Л.И.Расторгуев вариҫтары) тарафынан ойошторола. Идараһы С.‑Петербургта, баш идаралығы Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым Заводы ҡасабаһында урынлаша. 1907 й. тиклем йәмғиәт Дружининдар һәм Меллер-Закомельскийҙар ғаиләләре, 1912 й. тиклем “Англия-Себер компанияһы” (1906 й. Лондонда төҙөлә) һәм уның “Ҡыштым корпорацияһы” бүлендек пр‑тиеһы (1908 й. Лондонда ойошторола; дир. Л.Уркарт) ҡарамағында була; 1912 й. “Рәсәй-Азия корпорацияһы” (“Рәсәй-Азия берләшкән йәмғиәте”) составына инә. 1900 й. йәмғиәттең төп капиталы — 8,6 млн һумдан ашыу (34 мең акция), 1912 й. 16 млн һум тәшкил итә. Ҡ.т.з.й. Үрге һәм Түбәнге Ҡыштым заводтары, Кәҫле заводыНаҙы-Петровск заводы, Соймонов (1907 й. йәмғиәт аҡсаһына төҙөлә) һәм Ҡарабаш  (1910) баҡыр иретеү з‑дтары (икеһе лә Екатеринбург өйәҙендә), Соймонов үҙәненең 14 алтын приискыһы һәм Екатеринбург өйәҙендәге баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары, Пермь губернаһында 10 тимер мәғдәне руднигы һәм утҡа сыҙамлы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары, яҡынса 520 мең дисәтинә (ш. иҫ. Златоуст өйәҙендә — 23,6 мең дисәтинә) ер ҡарай. 20 б. башында йәмғиәт сығарған продукцияның бер өлөшө (баҡыр, көкөрт колчеданы һ.б.) “Вогау һәм К°” сауҙа йорто аша һатыла.

Әҙәб.: Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917 гг.). М., 1982.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке