ҠЫШТЫМ ЗАВОДТАРЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин), Терһәк һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыштым й. буйында (Исәт й. басс.) Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түбәнге суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1809 й. алып сауҙагәр Л.И.Расторгуев һәм уның вариҫтары, 1900 й. — Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте; 1917 й. һуң национализациялана. Ҡыштым тау округына ҡараған. Үрге Ҡ.з. Ҡыштым й. Егәҙе й. ҡушылған урында нигеҙ һалына, Түбәнге, ярҙамсы Ҡ.з. Үргеһенән төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлаша. 1757 й. эшләй башлайҙар. Үрге Ҡ.з. 2 домна мейесе, 10 сүкеше, 2 горны, 18 б. аҙ. 2 домна мейесе, 10 сүкеше (шуның 9‑ы крица сүкеше), 20 горны (18‑е крица горны), 1860‑сы йй. башында 2 домна мейесе, 32 сүкеше (12 крица сүкеше) һәм 33 горны (12‑һе крица горны), 2 ҡырҡыу-йәмшәйтеү станы, 20 б. башына 4 домна мейесе, 5 регенераторлы пудлингылау мейесе, мәғдән яндырыу һәм 2 йәбештереү мейесе, прокат станы, 2 сүкеше, 4 һауа йылытыу аппараты, 2 һауа өрҙөрөү һәм пар машинаһы була. Түбәнге Ҡ.з. 2 сүкеше һәм 2 горны, 18 б. аҙ. 16 крица горны, 11 крица сүкеше, 19 б. аҙ. 7 пудлингылау, 4 газогенераторлы йәбештереү һәм 2 регенераторлы йәбештереү мейесе, 3 станы, 4 сүкеше һәм 2 пар машинаһы була. 1858 й. Түбәнге Ҡ.з. тимер етештереүҙең контуаз ысулы (4 газ м‑н пудлингылау һәм 4 газ м‑н йәбештереү мейесе, 2 стан ҡуйыла), 1863 й. Үрге Ҡ.з. пудлингылау (газ м‑н пудлинглау, 6 газ м‑н йәбештереү һәм сағылдырыу мейестәре, 2 пар машинаһы ҡуйыла) индерелә. 18 б. аҙ. Ҡ.з. 610 мең дисәтинәнән ашыу ергә (Кеолим баҡыр иретеү з‑дтары ерҙәре м‑н бергә иҫәпкә алынған), 6 рудникка хужа була. 1777 й. Ҡ.з. яҡынса 1,5 мең крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 7,6 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән (Кәҫле заводы крәҫтиәндәре м‑н бергә), 18 б. аҙ. 1701 мастеровой һәм эшсе кеше, 7 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. 18 б. 80—90‑сы йй. Ҡ.з. уртаса етештереүсәнлек йылына 200 мең бот суйын тәшкил итә. 1783—96 йй. Үрге Ҡ.з. 3 млн боттан ашыу суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 240 мең бот тәшкил итә, макс. етештереүсәнлек — 285,2 мең бот (1783); 19 б. макс. етештереүсәнлек — 749,1 мең бот (1899), 20 б. башында — 879,6 мең бот (1915). 18 б. Үрге Ҡ.з. макс. тимер етештереүсәнлек 157,3 мең бот тәшкил итә (1770), 19 б. — 607,1 мең бот (1899), 20 б. башында — 622,2 мең бот (1900). 20 б. башында Үрге Ҡ.з. —  ҡара, Түбәнге Ҡ.з. таҙартылған электролитик баҡыр етештерелә башлай. 1908 й.  Түбәнге Ҡ.з. Уралда электролитик баҡыр етештереүсе төп пр‑тиеға әүерелә (1913 й. бында 9,8 мең т анод, 8,1 мең т катод, 5,3 мең т вайербас сығарыла). 20 б. башында Ҡ.з. электр энергияһы үткәрелә, заводтар һәм рудниктар араһына тимер юл һалына. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда завод баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, завод халҡының бер өлөшө ихтилалсыларға ҡушыла. 1822—23 йй. Ҡ.з. мастеровой һәм эшсе кешеләрҙең сыуалыштары була, улар эш хаҡын арттырыуҙы, аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеүҙе, эш сәғәтенең һәм нормаларының кәметелеүен талап итә. 1774—75 йй. Ҡ.з. эшләмәй. 1992 й. алып Түбәнге Ҡ.з. “Ҡыштым баҡыр-электролит заводы” ЯАЙ, 2002 й. — Үргеһе “Ҡыштым машиналар эшләү берекмәһе” ААЙ тип атала. Хәҙ. завод ҡасабалары урынында Ҡыштым ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке