ҠЫШҺӨЙӘР (Chimaphila), утүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—7 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте урмандарында таралған. Башҡортостанда сатырлы Ҡ. үҫә. Һырылыусы, тармаҡлы тамырһабаҡлы мәңге йәшел ярым ҡыуаҡ. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 10—20 см. Япрағы ҡалын тиресәле, башлыса һабаҡ япраҡтары; сиратлы йәки ялған суҡтарға йыйылған, йомортҡа формаһында, осло киртләс, төбө тар шына һымаҡ, һабы ҡыҫҡа; өҫ яҡтан ҡарағусҡыл йәшел, ялтыр, аҫ яҡтан — тоноҡ. Сәскәһе аҡһыл ал, сынаяҡ аҫты рәүешендә, оҙон һап тарҙа, һабаҡ осонда урынлашҡан сатыр рәүешле суҡҡа йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — ҡыҫылған шар рәүешле ҡумта, авг.— сент. өлгөрә. Мезофит, йәшел мүкле ҡарағайлыҡтарҙа, киң япраҡлы‑ҡарағай урмандарында, башлыса ҡомло тупраҡта үҫә. БР‑ҙа башлыса Башҡортостандың Урал алдының — төньяҡ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә осрай. Декоратив үҫемлек. Составында дуплаусы матдәләр, терпеноидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке