ҠЫШЛАУЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 48 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡышлауйылға й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 265 кеше; 1920 — 462; 1939 — 445; 1959 — 490; 1989 — 370; 2002 — 388; 2010 — 345 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Ҡаҙансы а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1896 й. 17 йортта 85 кеше йәшәгән. Т.А.Ғәлиев, М.И.Шәмсетдинова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке