ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й. И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясниковҡа (ҡара: Мясниковтар) улус ерҙәрен һатыуҙа ҡатнаша. Үҫәргән улусы Ҡыуат а. (Ейәнсура р‑ны Үтәғол а.) уның исеме м‑н аталған. 4 улынан 2‑һе билдәле: Нарынбай Ҡ. (1745, Буранғол а. — 1830), мулла. Урыҫ, фарсы һәм ғәрәп телдәрен белгән. 1755 й. аманат итеп алына. “Мәлзәмә” ҡулъяҙма китабын төҙөүсе; Буранғол Ҡ. (1750—1833), кантон башлығы, майор (1817). 1805 й. рус-австрий-француз, рус- прусс-француз һуғышында (1806— 07), Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша. 1‑се башҡ. полкы командиры. 1799—1817 йй. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы. 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд., “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” миҙалдары м‑н бүләкләнгән. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Буранғол а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) уның исеменә бәйле. Буранғол Ҡ. 8 улынан иң билдәлеләре: Ҡаһарман Ҡ. (1787, Буранғол а. — 1828), поручик. 1806— 07 йй. рус-прусс-француз, 1812 й. Ватан һуғыштарында, 1813—14 йй. рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша. 1817—28 йй. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы. 200 башҡ. балаһын С.‑Петербург, Мәскәү, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына уҡырға ебәреү инициаторы. Уға “Ҡаһарман кантон” йыры бағышланған; Таһир Ҡ. (1787, Буранғол а. — 1849), обер‑офицер (1837). Хиуа походында (1839—40) ҡатнаша. 1832—41 йй. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы. 4‑се дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән (1837); Әхмәт Ҡ. (1797, Буранғол а. — 1854), сотник. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Әхмәт Ҡ. улы — Әлмөхәмәт Ҡ. (1827, Буранғол а. — ?), яҫауыл- ротмистр, тел һәм әҙәбиәт ғилеме канд. (1849). Ҡазан ун‑тының филос. ф‑тын тамамлағандан һуң (1849) Ырымбур ген.‑губернаторы канцелярияһында тәржемәсе, 1850— 63 йй. 7‑се, 10‑сы, 3‑сө, 11‑се һәм 4‑се башҡ. кантондары башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Донъяуи белем биреүсе милли мәктәптәр асыуға булышлыҡ итә, улар өсөн методик әсбаптар яҙа. 1867 й. Ырымбур ген.-губернаторы Н.А.Крыжановский исеменә “Башҡорт халҡының ярлыланыу сәбәптәре” яҙмаһын ебәрә. “1853—56 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Уға “Ҡыуатов” йыры бағышланған. Уның улы — Хужәхмәт Ҡ., Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Семипалатинск өлк. өйәҙ исправнигы була. 1918 й. сент. алып Башҡорт хөкүмәтенеңмилиция бүлеге мөдире. Ҡаһарман Ҡ. улы — Мөхәмәтйән Ҡ. (1828—?), хорунжий. Башҡортмишәр ғәскәре канцелярияһында хеҙмәт итә. Таһир Ҡ. 5 улынан 2‑һе билдәле: Мөхәмәтйософ Ҡ. (1811—?), сотник (1839). 1842—44 йй. 9‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы була; Солтанмәхмүт Ҡ. (1831—?), Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнаша. Изге Георгий Хәрби орденының Батырлыҡ билдәһе м‑н бүләкләнгән. 1818 й. Буранғол Ҡ. ҡатындары һәм нәҫеле м‑н Ырымбур губернаһыныңдворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгенә индерелгән. Ҡ. нәҫеленә Ғ.Ғ.Ҡыуатов, М.Ә.Ҡыуатов, С.С.Ҡыуатов, У.М.Ҡыуатов, Л.С.Ҡыуатова һәм Ә.Ш.Ҡыуатова ҡарай.

А.Й.Ильясова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке