ҠЫУАТОВА Әлмира Шәриф ҡыҙы (30.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Этҡол а.), актриса, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). Ҡыуатовтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Рәсәй сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын (Мәскәү, 1997; А.А.Рубба курсы) тамамлаған. 1979 й. алып Салауат башҡ. драма театры актрисаһы, 1990—91 йй. “Сулпан” Сибай балалар театры актрисаһы, 1992 й. алып реж., 1993 й. — Сибай филармонияһының, 2003—06 йй. Респ. халыҡ ижады үҙәгенең художество етәксеһе, 2009 й. башлап “Алтынай” ЯСЙ‑ның (икеһе лә — Өфө) ген. директоры.

Төп ролдәре: Ғәлиә (“Тол ҡатын”, Ф.А.Әсәнов; дебют, 1979), Зәмзәгөл (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Антигона (“Антигона”, Софокл) һ.б. “Сулпан” театрында А.Ш.Йәғәфәрованың “Тирмәкәй”, Р.М.Ураҡсинаның “Йомро‑йомро йомғағым” һ.б. спектаклдәр ҡуя. “Ирәндек моңдары” Респ. башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы гала-концерттары (1997—2001), “Салауат йыйыны” фольклор байрамы (2004, 2005), “Йәш тауыштар” йәш яҙыусыларҙың әҙәбиәт фестивале (2006, 2007), “Оҙон көй” Төбәк- ара башҡ. халыҡ йырҙары конкурсы (2005) һ.б. реж.; “Ҡурай байрамы” Респ. байрамы, Башҡорт филармонияһы, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ филармонияһы, Учалы филармонияһында концерт программаларының сценарий авторы һәм режиссёры. “Бөртөкләп йыйыла алтын” (Баштелефильм, 1979) нәфис фильмында, “Мадам Баттерфляй” (“Башҡортостан” к/ст, 1991) т/ф төшә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке