ЛЯШЕНКО (Мухиянова) Ольга Львовна (21.12.1972, Хабаровск ҡ.), спортсы. Самбо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Маяҡ” үҫмерҙәр клубы (Өфө, тренеры С.В.Мухиянов), БДАУ спорт клубы (тренеры А.А.Рябов) тәрбиәләнеүсеһе. Самбо б‑са Донъя кубогын яулаусы (1996), А.А.Харлампиев иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Мәскәү, 1996), дзюдо б‑са Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—97).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика