ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы [1897, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1956, Баҡы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡыуатовтар нәҫеленән, М.Ә.Ҡыуатовтың улы, Ғ.Ғ.Ҡыуатовтың ҡустыһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1918). 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты, Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. Съезд ҡушыуы б‑са Ҡ. Ә.Ә.Вәлидов һәм И.И.Мутин м‑н берлектә башҡ. ерҙәрен, Башҡорт ғәскәре капиталын һәм Каруанһарайҙы кире ҡайтарыу мәсьәләһе б‑са Ваҡытлы хөкүмәткә (Петроград) мөрәжәғәт итә. 1917 й. көҙөндә Ырымбур губ. башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһына кандидат итеп һайлана.

1918 й. ғин. Башҡ. хөкүмәте делегацияһы составында Ҡазанда 2‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында ҡатнаша. Июлдән Башҡ. хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы. Үҫәргән ирекле отрядын (ҡара: Башҡорт ирекле отрядтары) төҙөү м‑н шөғөлләнә. Сент. аҙағында Ҡ. Башҡ. хөкүмәтенең эске эштәр бүлегенә күсерелә, окт. алып Үҫәргән кантонында Башҡ. хөкүмәтенең махсус вәкиле, 1919 й. февр. — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы. Апр. башлап Ырымбур ҡ. Беренсе армия штабы янында Башревком вәкиле. Апр. аҙағы — май башынан Һамар губ. Пугачёв өйәҙе башҡорттарын мобилизациялау м‑н шөғөлләнә. Июндән алып Башҡ‑н ХХС‑ының игенселек бүлегендә эшләй. 1920 й. башында Башҡ. респ. игенселек б‑са халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. Башҡортостандың авт. хоҡуҡтарын сикләгән “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС-ы декретына ризаһыҙлыҡ белдереп, 1920 й. июнендә Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә отставкаға китә. Германияла эмиграцияла була, һуңыраҡ Баҡы мед. ин‑тында уҡыта.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

Д.М.Ҡыуатов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке