ЛЯХОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 40 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 710 кеше; 1920 — 939; 1939 — 322; 1959 — 112; 1989 — 278; 2002 — 134; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Аулда РФ ЭЭМ‑дың Өфө кинологтар мәктәбе урынлашҡан. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1788 й. купчий ҡағыҙы б‑са кенәз И.М.Баратаев һатып алған Өфө өйәҙе Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1792 й. алып алпауыт А.А.Алакаевтыҡы, 1833 й. — Ляховтарҙыҡы була. 1865 й. Петровка (Л., Алакаев) исеме м‑н теркәлгән, 95 йортта 510 кеше йәшәгән. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ауылда сиркәү (1895 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1981—93 йй. Ляхов а.х. механизациялау училищеһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 2002 й. хәҙ. статусын ала. С.В.Базанова ошо ауылда тыуған.

Яндекс.Метрика