ҠЫУАТОВ Сафа Солтанморат улы (2.2.1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡыуат‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., – 21.8.1991, Өфө), журналист. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыуатовтар нәҫеленән. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1956) тамамлаған. 1938 й. “Ударсы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз. хеҙм‑ре; 1947 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1950—53 йй. сектор мөдире; 1956 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 й. – дир.; 1971—86 йй. Респ. китапхана коллекторы директоры. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.Я.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке