ҠЫУАТОВ Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., — 1937, Өфө), мәғрифәтсе. Ҡыуатовтар нәҫеленән. Ырымбур гимназияһын һәм Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған. 10‑дан ашыу донъяуи милли мәктәп, ш. иҫ. Сермән (1891—94 йй. дир.) һәм Ейәнсура урыҫ‑башҡ. мәктәптәрен, аса. Ул “Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге хәбәрҙәре” ндә (“Известия Оренбургского отдела Русского географического общества”, 6‑сы сығарылыш, 1895) 130 башҡ. мәҡәлен алфавит тәртибендә урыҫ телендә баҫтырып сығара, уларҙың күбеһенең мәғәнәләренә аңлатма бирә һәм урыҫ телендәге эквиваленттарын күрһәтә; кириллицаға нигеҙләнгән алфавит ҡуллана, башҡ. теленә генә хас өндәрҙе биргәндә айырым хәрефтәрҙең һыҙылыштарын үҙгәртә йәки диакритик тамғалар ҡуллана. 97 һүҙҙе туплаған беренсе башҡ.-венгр һүҙлеген (1896), ш. уҡ В.В.Катаринский м‑н берлектә “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”, 1892) һәм “Башҡортса‑урыҫса һүҙлек”те (“Башкирско‑русский словарь”, 1899) төҙөүсе. 1933 й. репрессиялана, 1989 й. аҡлана. Тыуған ауылында һәм БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. уның исеме м‑н урамдар аталған.

Әҙәб.: Куватов Д.М. Путешествие в прошлое. Уфа, 2012.

Д.М.Ҡыуатов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке