ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15.12.1933, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а.), нефтехимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. алып СССР ФА БФ‑тың Химия бүлегендә, 1961 й. башлап Органик химия ин‑тында: 1967 й. – лаб. мөдире, 2008 й. – баш ғилми хеҙм-р.

Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи углеводородтарҙың көкөрторганик берләшмәләре структураһын һәм үҙсәнлектәрен тикшереүгә арналған. Л. тарафынан РФ һәм яҡын сит илдәр нефтендәге 74 типтағы көкөрторганик берләшмәнең тулы структура‑төркөм составы билдәләнә, тәүге тапҡыр нефттә һәм газ конденсатында сульфоксидтар һәм сульфондар барлығы асыҡлана.

Илеш нефтендә (БР) Л. тарафынан 50 цикллы сульфид (тәүге тапҡыр 40) һәм 36 бензо‑ һәм дибензотиофен (тәүге тапҡыр 20) идентификациялана. Меркаптандар, дисульфидтар, көкөртлөводородтың кетон м‑н олефиндарҙың алкилтиометиллашыу һәм тиилирланыу реакцияһы аша химик әүерелештәре, тиофендарҙың ионлы гидрирланыуы тикшерелә. Сульфидтарҙың көмөш, терегөмөш тоҙҙары, апротонлы эреткестәр һәм ҡайһы бер к‑талар м‑н тәьҫир итешеүе тикшерелә, улар нигеҙендә көкөрторганик берләшмәләр концентраттарын дифференциациялау ысулдары һәм нефть сульфидтары алыу технологиялары эшләнә.

НИИнефтехим һәм “Башгипронефтехим” хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә ҡулланыштан үткән көкөрт к‑таһын файҙаланып нефть сульфидтары һәм сульфоксидтары етештереүҙе, нефть сульфидтарының тәж. партияларын алыуҙы һәм уларҙы 70‑се йй. уртаһынан иттрий оксидын етештереүҙең экстракция процесына индереүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша.  Углеводород сеймалын меркаптанһыҙлаштырыу, нефть һәм газ эшкәртеү заводтарының сульфид‑һелте ағынтыларын регенерациялау процесы эшләнә. Л. етәкс. ҡыяҡлыларҙың, ҡуҙаҡлыларҙың, картуфтың үҫешен көйләгестәр, ш. уҡ быраулау иҙмәләренә өҫтәмәләр сифатында перспективалы булған көкөрт берләшмәләре алына.

600‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 59 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” (1981), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Химия и физикохимия сераорганических соединений нефтяных дистиллятов. М., 1984.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Н.К.Ляпина

Яндекс.Метрика