ҠЫУАТОВ Ғүмәр Ғәлим (Мөхәмәтғәлим) улы (29.6.1893, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡыуат‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үтәғол а., — 6.4.1946, Мәскәү), хирург, дәүләт эшмәкәре. Ҡыуатовтар нәҫеленән, М.Ә.Ҡыуатовтыңулы, У.М.Ҡыуатовтың ағаһы. Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1917) хирург, хәрби госпиталь етәксеһе, 1919 й. алып БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 й. — Башҡ‑н ҮБК эргәһендәге Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе. 1928 й. алып Мәскәүҙә эшләй: Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумында БАССР Хакимиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле, 1931 й. башлап Ҡыҙыл профессура техника һәм тәбиғәт белеме ин‑тында дир. ярҙамсыһы, 1932 й. — Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑ты һәм Коммунистик акад. эргәһендәге Юғары нервы эшмәкәрлеге ин‑тында, 1941 й. — Мәскәү өлк. хәрби госпиталдәрендә эшләй, 1945 й. — Мәскәү өлкә физик дауалау ысулдары клиникаһында баш табип. Фәнни хеҙмәттәре кешенең юғары нервы эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арналған. Ҡ. етәкс. эпидемик (сабыртмалы тиф, ваба һ.б.), соц. (сифилис, трахома, туберкулёз) ауырыуҙарға һәм аслыҡҡа ҡаршы, респ. дауалау учреждениеларын тергеҙеү һәм үҫтереү б‑са саралар уҙғарыла. Республика клиник дауаханаһына Ҡ. исеме бирелгән, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.