ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1935 й. 20 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 6000 км2. Адм. үҙәге — Ҡыуандыҡ ҡалаһы. Районда 18 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 22,0 мең кеше (2010), ш. иҫ. 24% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Асҡар, Башҡорт Ҡансыраһы, Борағол, Буранғол, 2‑се Йомағужа, Маҙы, Рамаҙан, Үрге Наҙарғол, Яланайыр, Яңы Ракитянка һ.б. ауылдар. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 2 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Ҡыуандыҡ ҡ. “Аҡ тирмә” (2007), Ибраһимда — “Йәншишмә” вокаль ансамбле, Яңы Ракитянкала — “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле, “Бөркөттәр” фольклор ансамбле, Үрге Наҙарғолда “Йондоҙҙар” балалар бейеү ансамбле һ.б. эшләй. Р.У.Ишбулатов, С.Н.Ишемғолов, С.К.Ишемов, У.М.Ҡыуатов, М.А.Ҡулаев, Р.Тойғон, А.Б.Туҡтағолов һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.