ЛЯМБЛИОЗ, кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу. Тыуҙырыусы — иңябайҙарҙыңLamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл м‑н (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.) йоға. Инкубация осоро 10— 15 көн. Төп симптомдары: метеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы, дуоденит, энтерит һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үт бүлеп сығарыу юлдарының шешеүе, мальабсорбция синдромы. Диагностика клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз. Иҫкәртеү: ауырыуҙарҙы һәм циста йөрөтөүселәрҙе иртәрәк асыҡлап дауалау, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, тирәяҡ мөхит объекттарын санитарлы һаҡлау. Л. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: ашҡаҙан‑эсәк юлы ағзалары ауырыуҙары булған балаларҙа Л. клиник‑лаб. үҙенсәлектәре (Р.Ә.Әхмәтова), балаларҙа Л. инвазияһы булғанда аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының хроник үҙенсәлектәре (Г.Т.Туперцева) тикшерелә.  

Д.Әәлишин

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018