АЛЬДЕБАРАН, Буға α‑һы, эргәһендә һүрән (13‑сө йондоҙ дәүмәле) ҡыҙыл йондоҙо булған гигант ҡыҙыл йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,86. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 50 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 50 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Зодиакаль йондоҙлоҡҡа инә. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Дек., төн уртаһында йондоҙ көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (50°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке