ЛЯКИШЕВ Николай Павлович (5.10.1929, Үҙәк Черноземье өлк. Покровка а. — 18.11.2006, Мәскәү), металлург. РФА акад. (1987), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1975), проф. (1979). Мәскәү ҡорос ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) И.П.Бардин ис. Үҙәк ҡара металлургия ҒТИ‑нда эшләй (1977 й. алып дир.), 1987—2004 йй. А.А.Байков ис. Металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеме ин‑ты (икеһе лә — Мәскәү) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре металдарҙы металл-термик тергеҙеү процестарына, атап әйткәндә, ферроиретмәләрҙе сәнәғәттә етештереү нигеҙенә ятҡан оксидтарҙы селектив тергеҙеүгә арналған. Л. етәкс. ванадийҙың биш окисын, аморф һәм микрокристаллик төҙөлөшлө иретмәләр алыу өсөн технологиялар һәм ҡорамалдар уйлап табыла, уларҙы сәнәғәттә етештереү ойошторола, нанотехнологиялар һәм наноструктуралы конструкция материалдары эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Л. тарафынан металдың рациональ төҙөлөшөн булдырыу юлы м‑н һығылмалылыҡты кәметмәйенсә углеродлы ҡоростоң ныҡлығын 20—30%‑ҡа күтәреү мөмкинлеге дәлилләнә. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100‑ҙән ашыу уйлап табыу авторы. Ленин пр. (1976), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1970), РФ Хөкүмәте пр. (2002), Демидов пр. (2005) һ.б. лауреаты. Ленин (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Физикохимия и технология электроферросплавов. М., 2005 (авторҙ.).

В.Я.Дашевский

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Яндекс.Метрика