ҠЫУАҠАН, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: йылан, ҡыркүле, сәғит, һатҡы, тау, түбәләс. Тамғаһы —            . Этник яҡтан Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡыуаҡан” этнонимы алтайҙарҙа, тываларҙа һ.б. халыҡтарҙа осрай. Ҡ. формалашыуына яңы эраның 2‑cе мең йыллығы башында ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәү йоғонто яһай. 13 б. — 14 б. уртаһында ҡәбилә табын ырыу- ҡәбилә төркөмө составында Урал буйына килә. 14—16 бб. ҡыуаҡандар Әй м‑н Йүрүҙән йй. араһында урынлашып, көҙәй, әйле ырыуҙары, бер өлөшө Ағиҙел й. үрендә, Мейәс й. буйлап үрләп, ҡатай, табын, һыҙғы, һырҙы ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Ҡыуаҡан улусын тәшкил итә. 18—19 бб. Ҡ. йәшәгән ерҙәр Троицк өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, 4‑се (артабан 4‑се Көнбайыш) башҡ. кантонына (1798—1854 йй.) ҡарай. Ҡ. ырыуы биләгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Учалы, Силәбе өлк. Арғаяш һәм Уй р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.