ЛЮШИН Сергей Фёдорович (20.3.1930, ТАССР‑ҙың Урал ҡсб — 11.1.1992, Өфө), инженер-нефтсе. Техник ф. канд. (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин-тында эшләй: лаб. мөдире, 1974 й. алып бү лек мөдире, 1988—91 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре нефть сығарғанда скважиналарҙа ултырмалар барлыҡҡа килтермәү ысулдарын табыу, уларҙың барлыҡҡа килеү механизмдарын һәм составын асыҡлауға бәйле. Л. тарафынан нефть промысла ҡорамалдарында һаҡлағыс ҡаплауҙар һәм химик реагенттар ҡулланып асфальт‑ыҫмала‑парафин ултырмалары барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртеү ысулдары уйлап табылған, улар илдәге нефть сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1981). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Предупреждение солеобразования при добыче нефти. М., 1985 (авторҙ.).

 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика