ЛЮЦЕРНА (Medicago), ҡуҙаҡлы лар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ (ҡомалаҡ һымаҡ Л.) үлән. Һабағы тармаҡлы, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, ҡуйы булып япраҡлана, бейеклеге 100—150 см тиклем.

Япрағы өсәрле, япраҡ ҡолаҡсындары м‑н һабағына ҡушылған. Сәскәһе ваҡ, һары, ҡайһы берҙә күкһел шәмәхә төҫтә, ҡуйы тәлгәшендә йәки осонда урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата.

Емеше — ураҡ, бөрө йәки спираль рәүешле ҡуҙаҡ, июль—окт. өлгөрә. Болонда, урман ситендә, тау битләүендә, һирәгерәк далала үҫә. Һары, йәки ураҡ Л., ҡомалаҡ һымаҡ Л. — респ. бөтә терр‑яһында, румын Л. Башҡортостандың Урал алдында таралған. Баллы һәм мал аҙығы үҫемлеге; составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Эндемик. Селтәр Л. (Башҡ‑н Урал алдында 4 урында табылған) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

БР‑ҙа һары гибрид Л., күк гибрид Л. һәм күк, йәки сәсеү Л. үҫтерәләр. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—2 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, дым һәм йылы ярата, әсе тупраҡта үҫмәй, грунт һыуҙарының яҡын ятыуын яратмай. Күк гибрид Л. — 5—6 көнгә тиклем, һары гибрид Л. 15 көнгә тиклем һыу баҫыуға бирешмәй. Төп элгәрҙәре — аралыҡлы культуралар һәм ужым иген культуралары. Л. яҙғы иген культуралары япмаһы аҫтында яҡшы үҫә (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр). Тотош рәт сәсеү ысулы м‑н сәсеү нормаһы 15—16 кг/га, рәт араһы киң булғанда — 7—8 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 1,5—2 см. Уңдырышлылыҡ (ц/га): йәшел масса — 320, бесән — 80, орлоҡ — 3,0; 100 кг йәшел массала 21,3 мал аҙығы берәмеге һәм 4,0 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг бесәндә ошоға ярашлы 50,2 һәм 13,7 (Көйөргәҙе р‑нының СССР‑ҙың 50 йыллығы ис. с‑зы, 1990). Йәшел мал аҙығы, бесән һ.б. итеп ҡулланыла. Л. сорттарын сығарыу һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1938 й. алып Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (Р.З.Ғәлимуллин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р.С. Йәнекәев, В.А.Михеев һ.б.). Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР‑ҙа Л. респ. селекционерҙары сығарған Бибинур, Уфимская 7, Чишминская һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Губайдуллин Х.Г., Еникеев Р.С. Семеноводство многолетних трав. Уфа, 1980.

Х.Г.Ғөбәйҙуллин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика