ҠЫТҠЫЙЫЛҒА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 26 км алыҫлыҡта Ҡытҡыйылға й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 227 кеше; 1920 — 280; 1939 — 347; 1959 — 320; 1989 — 110; 2002 — 137; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә башҡорттар нигеҙ һала, 1896 й. алып бүлендек ауыл булараҡ билдәле (35 йортта 185 кеше йәшәгән). 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке