ҠЫТАУТАМАҠ ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡытау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) һәм И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясников һәм Твердышев, 1782 й. алып Я.Б.Твердышев, 1783 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1785 й.) — Е.И.Козицкая һәм Г.В.Козицкий, 1810 й., 1903 й. — Белосельский-Белозерскийҙар, 1900 й. — Көньяҡ Урал металлургия йәмғиәте, 1917 й. — Белорет заводтары йәмғиәте. Ҡытау тау округына ингән. 1758 й. эшләй башлай. Ҡытау-Ивановка заводы эргәһендә ярҙамсы завод була.

1797 й. 4 крица горны, 5 йәйеү һәм якорь сүкеше, 1846 й. 2 пудлинг, 2 йәбештереү мейесе, 8 крица горны, 2 сүкеше, 19 б. аҙ. 5 крица горны, 11 һыу м‑н эшләүсе сүкеше, 6 пудлингылау, 3 йәбештереү, 4 ҡорос йомшартыу мейесе, 3 прокат станы була. 1772 й. заводта 387 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнгән.

1772 й. 44,3 мең бот, 1800 й. — 52,4, 1845 й. — 144,5, 1875 й. — 204,5, 1913 й. — 237,7 мең бот тимер етештерелә. 1846 й. пудлингылау, 1886 й. тимерҙе ланкашир ысулы м‑н табыу үҙләштерелә. 1890 й. т. юл өсөн изделиелар, 1901 й. башлап трамвайҙар сығарыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында завод эшләмәй, ҡайһы бер ҡаралтылары яндырыла, 1775—77 йй. тергеҙеү эштәре алып барыла. Һамар— Златоуст т. юлы файҙаланыуға тапшырылыу м‑н завод артабан үҫә.

Граждандар һуғышы йылдарында емерелә, 1922 й. аяҡҡа баҫтырыла. Ҡ.з. базаһында “С.М.Киров исемендәге Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводы” ФДУП‑ы ойошторола, 2011 й. “М.В.Хруничев исемендәге йыһанды өйрәнеү дәүләт ғилми-производство үҙәге” ФДУП‑ына үҙгәртелә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Ҡытаутамаҡ ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.