ЛЮТОВ Андрей Германович (3.5.1957, Өфө), иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1994), проф. (2010). А.Г.Лютовтың ағаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. 1999 й. башлап Мәскәүҙә: Эпидемиология һәм микробиология ҒТИ лабораторияһында баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта “ИммуноГем” ЯАЙ‑ның фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге кеше ҡаны плазмаһынан дарыуҙар эшләүгә һәм уларҙы камиллаштырыуға арналған. Л. ҡатнашлығында церулоплазмин, габриглобин, әсе гликопротеиндың альфа‑1 етештереү технологиялары эшләнә, иммуновенин һ.б. алыу ысулы камиллаштырыла. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Клиническое применение иммуноглобулина для внутривенного введения габриглобин. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.