ҠЫҪЫНДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡыҫынды й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 300 кеше; 1920 — 456; 1939 — 586; 1959 — 424; 1989 — 342; 2002 — 365; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Күрпәс‑Табын улусы Йәрембәт (Муллаҡай) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (14 йортта 60 кеше иҫәпкә алынған). 1865 й. 41 йортта 204 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән; шөғөлдәр араһында ағас әйберҙәр яһау булған. А.В.Мухачёв ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке