ЛЮТИК ҺЫМАҠТАР (Ranunculaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 70 заты, 2000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында, башлыса тропик булмаған бүлкәттәрҙә таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, һирәк осраҡта лиана йәки ваҡ ҡыуаҡлыҡ.

Башҡортостанда 18 заттан яҡынса 50 төр үҫә. Тарбаҡлы тамырһабаҡлы йәки бүлбеле үренделе бер йәки күп йыллыҡ үлән, себер үрмәғыуағы — ҡыуаҡ һымаҡ лиана. Һабағы төҙ, һирәгерәк ятып үҫеүсән йәки йәйелеүсән, тармаҡлы, ҡайһы берҙә аҙ тармаҡлы (алтынбаш, ҡамсат сәскә) йәки ябай (елбегәй затына ҡараған төрҙәр, пермь анемонаструмы һ.б.). Япрағы ябай (теленгән йәки бөтөн), һаплы, һирәгерәк ултырма, сиратлы йәки ҡапма‑ҡаршы, ҡайһы бер төрҙәрҙә һабаҡтағы таҡыя япраҡтар япма барлыҡҡа килтерә.

Сәскәһе аҡ, һары, күк төҫтә, ғәҙәттә ике енесле, һирәгерәк бер енесле, дөрөҫ йәки дөрөҫ төҙөлөшлө түгел. Сәскә эргәлеге ябай, каса формаһында (аҡ умырзая, һаҙ томбойоғо һ.б.) йәки ике ҡатлы. Каса япраҡсалары 5, һирәгерәк 2—4, сәскә атҡандан һуң ҡойола. Тажы һеркәстән барлыҡҡа килгән. Һеркәстәре һәм емешлектәре ғәҙәттә күп һанлы, емшәне өҫкө. Сәскәлеге суҡ йәки һепертке рәүешле, ҡайһы берҙә сәскәләре яңғыҙар (алтынбаш, елбәгәй). Бөжәктәр, һирәгерәк ел ярҙамында һеркәләнә. Емештәре — күп сәтләүекле, күп һәм бер япраҡлыҡтар, һирәгерәк ҡумта йәки еләк рәүешлеләр (бәғәнәш); ел, һыу, хайуандар тарафынан таратыла. Башлыса болон, болон‑һаҙлыҡ һәм урман үҫемлектәре; һары умырзая, шына һымаҡ ҡамсат сәскә һ.б. — ҡоро битләүҙәрҙә һәм далала, йәйге һары умырзая, бәләкәй сысҡанҡойроҡ, ялан консолидаһы сәсеүлектәрҙә үҫә.

Декоратив үҫемлектәр (елбегәй, һыуйыйыр үлән һ.б.), баллы үҫемлектәр (һаҙ томбойоғо, һары умырзая һ.б.), дарыу үҫемлектәре (айыутабан, ҡамсат сәскә, һары умырзая төрҙәре һ.б.). Апеннин умырзаяһын, һаҙ томбойоғон, төклө йылғайебәкте маралдар, мышылар ашай. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған елбегәй, лютик, күк умырзая төрҙәре һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Күп төрҙәре ағыулы үҫемлектәр. Һарғылт умырзая, реликт Альп биҙгәксәне, эндемиктар — Урал ҡамсат сәскәһе, Урал елбегәйе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына; һуңғы төр ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика