ҠЫҪЫҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡоро Бермеш й. тамағынан Ҡыҫыҡтамаҡ й. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенә тиклем Инйәр й. һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 2 км. Абс. бейеклеге 470 м (Яҙлау тауы). Рельефы тигеҙ, 3 түбәһе айырылып тора. Көнсығыш битләүҙәре Инйәр й. ҡарай текә төшә, көнбайыш битләүҙәре һөҙәк. Көньяҡ өлөшөндә ҡоро уйһыулыҡтар бар. Минйәр свитаһы доломиттарынан тора. Ҡ. һыртында Ҡояҙ й. (Инйәр й. ҡушылдығы) башлана. Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы һәм көрәнһыу тупраҡтағы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке