ЛЮТЕСЦЕНС 9, йомшаҡ ужым бойҙайы сорты. 1989 й. С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, Ә.Х.Шакирйәнов, Ә.И.Йосопова, В.А.Мызгаева тарафынан (БНИИЗиС) ужым бойҙайының Альбидум 114, Мироновская 808 һәм ужым арышының Чишминская 3 сорттарын баҫҡыслы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,12 м тиклем. Башағы аҡ, эре, призма формаһында, уртаса тығыҙлыҡта, ҡылсыҡһыҙ. Орлоғо ҡыҙыл. 1000 орлоғоноң ауырлығы 34—41 г. Аҡһым миҡдары 13,0—16,5%, елемсә — 23,6—34,8%. Сорт ҡышҡа, йығылыуға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы, һоро һәм һабаҡ тутына сыҙамлылығы уртаса. Уңдырышлылығы 61,8 ц/га (Шишмә тәжрибә-производство хужалығы, 1996). БР б‑са ҡулланылышҡа 1992 й. индерелгән, көньяҡ урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

Ә.Х.Шакирйәнов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика