ҠЫҪҠАЙЫЛҒА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 876 кеше; 1920 — 985; 1939 — 953; 1959 — 600; 1989 — 488; 2002 — 495; 2010 — 509 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1785 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 22 йортта 123 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 479 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Флүр Й.Субаев, Фәтих Й.Субаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.