ҠАРА ҠАУҘЫ (Ciconia nigra), ҡауҙы һымаҡтар отрядының ҡауҙылар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнбайыш, Урта һәм Көнсығыш Азияла, Урта һәм Көньяҡ Европала, Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын, ҡанатының ҡоласы 205 см тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡара, шәмәхә һәм йәшел ялтырауыҡлы, күкрәгенең аҫҡы өлөшө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Суҡышы, күҙҙәре тирәһендәге яланғас тиреһе һәм аяғы ал ҡыҙыл. Муйыны һәм аяғы оҙон, ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһын (диам. 1,5 м тиклем) ҡоро ботаҡтарҙан ағас башында ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—5 һорғолт аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 17—32 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Ваҡ балыҡ, тәлмәрйен, кимереүсе, бөжәк, селәүсен, моллюскылар м‑н туҡлана. Тигеҙ урмандарҙа, башлыса әрәмәләрҙә йәшәй. БР‑ҙа Архангел, Бөрйән, Мәләүез р‑ндарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.